Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә "Йыл һөнәрсеһе 2022" республика конкурсы башланды. Һөнәрселәр конкурсын Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында "Минең эшҡыуарлығым" үҙәге ойоштора.
– “Йыл һөнәрсеһе” конкурсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармаҡтарының береһе булған ижади эшмәкәрлекте үҫтереүгә һәм ярҙам итеүгә, шулай уҡ төбәктә кәсепселекте һәм һөнәрселекте таратыуға йүнәлтелгән. Конкурста шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр һәм оҫталар, шулай уҡ 14-18 йәшлектәр “Йәш һөнәрсе 2022” тигән айырым категорияла ҡатнаша ала, – тип белдерҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
"Йыл һөнәрсеһе 2022" конкурсының төп номинациялары:
— керамика менән эшләүҙә иң яҡшы оҫта;
— иң яҡшы күн оҫтаһы;
— туҡыу буйынса иң яҡшы оҫта;
— этнографик өлгөләр буйынса халыҡ костюмын һәм уның элементтарын эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;
— автор ҡурсаҡтарын һәм йомшаҡ уйынсыҡтар эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;
— деталдәр һәм быяла әйберҙәр эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;
— ағасты художестволы эшкәртеү буйынса иң яҡшы оҫта (ҡулдан эшләнгән);
— ағасты художестволы эшкәртеү буйынса иң яҡшы оҫта (заманса технологиялар ҡулланып ағас менән эшләү айырым баһалана);
— кейеҙ менән эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;
— металл менән художестволы эшләү буйынса иң яҡшы оҫта (художестволы ҡойоу, художестволы сүкеү, кәүҙәләндереү, филигрань);
— ҡул һәм машина йыйыу ысулы менән ҡорама тегеүе буйынса иң яҡшы оҫта;
— биҙәүестәр эшләү буйынса иң яҡшы оҫта;
—бәйләү буйынса иң яҡшы оҫта;
— таҫмалар, шымартыу, бисер менән сигеү буйынса иң яҡшы оҫта;
— Йәш һөнәрсе 2022.
Электрон теркәлеүгә ғаризалар 2022 йылдың 27 ноябренә тиклем һылтанма буйынса (по ссылке) ҡабул ителә. Презентация материалдарын (әгәр булһа) электрон почтаға ебәрергә кәрәк: [email protected].
28 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем конкурс эштәренең төп нөсхәләрен күрһәтергә кәрәк. Мәғлүмәт телефон аша: 8 (347) 224-99-99 (экст. 560) – Татьяна Сайгина, 8 (347) 224-99-99 (экст. 562) – Юлия Леонова, 8 963 135 17 25 – Гөлсөм Әхмәтова.
Конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡлау, иғлан итеү һәм еңеүселәрҙе бүләкләү быйыл 3 декабрҙә ВДНХ ЭКСПО-ла “Башҡортостан Республикаһы һөнәрселәре аҙналығы”нда буласаҡ.
Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт ҡағиҙәлә (в положении).
Белешмә:
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) 2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы раҫланған һәм эшҡыуарлыҡҡа башланғыс тәҡдименән алып, ныҡлап аяҡҡа баҫҡансы һәм экспортҡа сыҡҡанға тиклем үҫештең бөтә этаптарында ла ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда өс төбәк проекты тормошҡа ашырыла: “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы”, “Үҙмәшғүлдәргә ярҙам” һәм “Акселерация алды”. Быйыл Башҡортостанда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына индерелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 644,5 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 599,4 миллион һум, төбәк бюджетынан 45,1 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
2024 йылға милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе: бөтә ил буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һанын – 25 миллион кешегә, ә Башҡортостан Республикаһы буйынса 506,8 мең кешегә еткереү.
Мәғлүмәт сығанағы: В Башкортостане стартовал республиканский конкурс «Ремесленник года 2022» (pravitelstvorb.ru)
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан