2019 йылдан башлап Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Заманса мәктәп” федераль проекты нигеҙендә ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәктәре асыла.
Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Борай ауылындағы 1-се урта мәктәптәге “Үҫеш нөктәһе”ндә район мәктәптәре уҡыусылары араһында IV интеллектуаль марафоны булды. Яҡшы йолаға әйләнгән турнирҙың маҡсаты – йәштәрҙең интеллектуаль һәләтен, команда рухын үҫтереү. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл сарала ҡатнашыусылар составы бермә-бер артҡан. Марафонға һигеҙәр кешенән торған 11 команда килде.
Турнирҙа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, квадрокоптерға идара итеү, аныҡ маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн виртуаль ысынбарлыҡты файҙаланыу, шахмат, математика, финанс мәсьәләләр, ҡул аҫтындағы материалдарҙан объекттар моделләү, LEGO-моделдәр яһау буйынса интеллектуаль ярыштар ойошторолдо.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан