

- Мобилизацияланған граждандың кредиттары буйынса кисектереү һорап, банкҡа тағы кем мөрәжәғәт итә ала?
Кредит (заем) буйынса ташламалы осор биреү үтенесе менән теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн ҡануниәт талаптарына ярашлы рәсмиләштерелгән һәм заем алған хәрби хеҙмәткәр исеменән һәм уның мәнфәғәтендә эш итеү вәкәләттәрен раҫлаған документтарҙы, шул иҫәптән ябай яҙма формала рәсмиләштерелгән ышаныс ҡағыҙын күрһәтергә кәрәк.
Закон рәсми никахта торған һәм никах таныҡлығы менән быны раҫлай алған мобилизацияланған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешеләрҙең иренә йә ҡатынына түләүҙәр буйынса кисектереү юлларға мөмкинлек бирә.
Ире йә ҡатынынан тыш, кредиттар (заемдар) буйынса ташламалы осор хәрби хеҙмәткәрҙең башҡа ғаилә ағзаларына ла бирелә ала:
- бәлиғ булмаған балалар,
- 18 йәше тулғансы инвалид булып ҡалған 18 йәштән өлкән балалар,
- белем биреү ойошмаларының көндөҙгө бүлегендә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалар,
- хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡарамағында булған кешеләр.
Сығанаҡ: Рәсәй банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк
Рәсәй Банкыһының ҡыҙыу линияһы:
300 - кәрәҙле телефондарҙан бушлай шылтыратыу өсөн
8 800 300-30-00 - Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыу өсөн
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан