Новости
8 Ноябрь 2022, 04:00

Радий Хәбиров: Яңы йыл байрамы була, балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәк

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл байрамдары осоронда балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәклеген белдерҙе.

Радий Хәбиров: Яңы йыл байрамы була, балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәкРадий Хәбиров: Яңы йыл байрамы була, балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәк
Радий Хәбиров: Яңы йыл байрамы була, балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәк

- Балаларға айырым иғтибар биреү мөһим. Яңы йыл саралары һәм бүләктәр бер нисә тапҡырға арттырылырға тейеш. Мобилизацияланған ир-егеттәр күп, бында уларҙың балалары ҡалды – уларға айырым иғтибар күрһәтербеҙ, – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Яңы йылға бер ниндәй ҙә яңылыҡ индерергә, һатып алырға кәрәкмәй, ләкин тауҙар стандарттарға тап килергә тейеш.

- Быға тиклем булған тауҙар сертификацияға тап килмәй, бының өсөн аҡса өҫтәргә кәрәк. Был ҙур аҡса түгел – балалар тауҙары өсөн тотоноғоҙ. Ә бына төрлө төҫлө, архитектура яҡтыртҡыстары менән ашыҡмай тороғоҙ. Яңы йыл шыршылары булырға тейеш. Әммә уҙған йылдарҙа башҡара алғанды быйыл эшләмәйбеҙ, – тип һүҙен йомғаҡланы республика етәксеһе.

 

Башинформ

bash.bashinform.ru

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас