

Шаршамбы, 9 ноябрҙә, шулай уҡ епшек ҡар, ямғыр яуыуы фаразлана. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -1, +4 градус.
Кесаҙна, 10 ноябрҙә, йәнә епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -1, +4 градус.