Новости
7 Ноябрь 2022, 14:15

Алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй — Радий Хәбиров

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрмәҫкә кәрәклеген белдерҙе.

Алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй — Радий ХәбировАлғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй — Радий Хәбиров
Алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй — Радий Хәбиров

Республика етәксеһе премьер-министр Андрей Назаровҡа ошо йәһәттән тәртипкә булдырырға ҡушты. Бында яҡташтарыбыҙҙың — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам күрһәткән меценаттарҙың үҙ белдеге менән сәфәргә сығыуы хаҡында һүҙ бара.

- Коллегаларыбыҙға, иптәштәребеҙгә мөрәжәғәт итәм. Был йәһәттән тәртип булдырырға кәрәк. Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәгеҙ. Был бик хәүефле.  Беҙҙекеләр ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн йөктө нисек оҙатыу  тураһында уйлашырбыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы.

 

Башинформ

bash.bashinform.ru

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас