Республика етәксеһе әлеге ваҡытта хәрби әҙерлек урындарында булған күп балалы атайҙарҙы өйҙәренә ҡайтарыуҙарын әйтте.
- Дөрөҫөрәге, ҡайтарабыҙ түгел, ә алмаштырабыҙ. Мобилизация йөкләмәһен үтәргә тейешбеҙ, шуға күрә, уларҙың урынына башҡа резервистарҙы ебәрәсәкбеҙ. Был тәңгәлдә Рәсәй Оборона министрлығы кимәлендә ҡабул ителгән юридик нормаларҙы үтәү мөһим, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика башлығы, Башҡортостан өлөшләтә мобилизация буйынса ҡуйылған йөкләмәне үтәне, тип өҫтәне.
Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш яҙмаһын ошонда ҡарарға мөмкин