Новости
28 Октябрь 2022, 11:00

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Өфөлә күренекле башҡорт прозаигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусинға мемориаль таҡтаташ асылды.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылдыӨфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Таҡтаташ 1983-2021 йылдарҙа яҙыусы йәшәгән йортҡа (Менделеев урамындағы 7/1) ҡуйылған. Таҡтаташҡа Ноғман Мусиндың портреты төшөрөлгән һәм уның иң популяр романдарының береһенең исеме — «Мин — мәңгелек урман» тигән һүҙҙәр яҙылған.

Сараға яҙыусының туғандары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары, журналистар йыйылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ноғман Мусин бер йыл элек, 31 октябрҙә, ауырып донъя ҡуйҙы. Бынан алдараҡ ул йәйгеһен үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.

 

Ләйлә Аралбаева

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-10-27/f-l-bash-ortostandy-haly-ya-yusy-y-no-man-musindy-ya-ty-i-t-legen-ta-tatash-asyldy-3005372

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас