Новости
24 Октябрь 2022, 09:00

Төбәктә -7 градусҡаса һыуытасаҡ һәм ҡар яуасаҡ

Республикала алдағы көндәрҙә -7 градусҡа ҡәҙәр ҡапыл һыуытасаҡ, айырым райондарҙа ҡар яуасаҡ. Бының турала Башгидрометцентр хәбәр итә.

Төбәктә -7 градусҡаса һыуытасаҡ һәм ҡар яуасаҡТөбәктә -7 градусҡаса һыуытасаҡ һәм ҡар яуасаҡ
Төбәктә -7 градусҡаса һыуытасаҡ һәм ҡар яуасаҡ

Бөгөн, 24 октябрҙә, Башҡортостанда ямғыр көтөлә, көнсығышта ул ҡар ҡатыш яуасаҡ. Төндә 0,…+5 градусҡаса һыуытасаҡ.

Шишәмбелә, 25 октябрҙә, төндә һәм көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә, айырым райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ  0,…+5, төндә +1,…-4 градус буласаҡ.

Шаршамбыла, 26 октябрҙә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Төндә -7 градусҡаса һыуытасаҡ.

«Башинформ» алдан яҙып үтеүенсә, төбәк ЮХХДИ-һы автоһөйөүселәргә йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырыуға өндәй.

 

 

Ләйсән Закирова

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-24/t-b-kt-7-gradus-asa-yuytasa-m-ar-yauasa-3000491

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас