Новости
22 Октября 2022, 07:00

Туғандар үле килеш табылған...

Ағалы-ҡустылы Лоҡмановтарға нимә булған? 

Туғандар үле килеш табылған...Туғандар үле килеш табылған...
Туғандар үле килеш табылған...

9 октябрҙә Ишембайҙа йәшәгән ике туған Азат менән Ришат Лоҡмановтарҙың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Ағалы-ҡустылы “ВАЗ-2114” автомобиленә ултырып сығып киткәне билдәле. Уларҙың ҡайҙа юлланғанын бер кем дә белмәгән.

Кисә егеттәрҙе эҙләүҙең туҡталыуы билдәле булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы үле килеш тапҡандар. Был турала “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итә. Азат менән Ришаттың нисек үлгәне тураһында әйтелмәгән.

Егеттәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

 

 

Фото "Отклик" отряды төркөмөнән.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас