«Алға» махсус иҡтисади зонаһын Башҡортостандың һуңғы ике тиҫтә йылдағы әһәмиәтле ваҡиғалары исемлегендә билдәләнеләр. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итте. Исемлекте 1MI холдингы һәм Интернетты үҫтереү институты коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы (ИРИ) төҙөгән. Улар «Рәсәйҙең 20 төп ваҡиғаһы» милли проектын ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнә.
Был эш барышында тикшеренеүселәрҙең төп һорауҙарына 18-35 йәшлек Рәсәй халҡы яуап биргән. Башҡортостанда булып үткән ваҡиғаларҙан республиканың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе кимәле буйынса алдынғы урынға сығыуы, шул иҫәптән төбәктә «Алға» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу билдәләнде.
- 2019 йылда «Алға» махсус иҡтисади зонаһы ойошторолғандан алып уның биләмәһендә инвестицияларҙың дөйөм күләме 25 миллиардтан ашыу һумға торошло 12 резидент теркәлгән. Беҙҙә проекттары Рәсәйҙә аналогы булмаған резиденттар бар, мәҫәлән, киләсәктә В2 витаминын (рибофлавин) етештереүҙе күҙ уңында тотҡан «Биорон» компанияһы, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы үҫеше корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса, «Алға» Рәсәйҙең сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зоналары араһында йылдам үҫешеүсе айырым иҡтисади зона һәм «Йыл асышы» тип танылды.
- Киләсәктә «Алға» айырым иҡтисади зонаһы биләмәләрен киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Федераль власть был башланғысты хупланы. Башҡортостан Хөкүмәте Үҫеш корпорацияһы менән берлектә уны тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы әҙерләне һәм хәҙер «Алға» махсус иҡтисади зонаһына «Өфө» индустриаль паркын индереү өсөн Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ғариза төҙөү өҫтөндә эш алып барыла, - тине Наил Ғәббәсов.
Белешмә өсөн:
«Алға» махсус иҡтисади зонаһы республиканың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә булдырылды. Уның идара итеүсе компанияһы - «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте. Ул дүрт айырым майҙансыҡта урынлашҡан, был предприятиеларҙы кластер тибы буйынса урынлаштырырға мөмкинлек бирә. Производствоны «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә урынлаштырыу шарттары тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте сайтта - https://kr-rb.ru/ һәм 7 (347) 214-90-70 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Интернетты үҫтереү институты коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы (ИРИ) Рәсәй Президенты Хакимиәте булышлығында 2014 йылда ойошторолған һәм дәүләт, һанлы индустрия һәм йәмғиәттең үҙ-ара килешеп эш итеү координация үҙәге, тармаҡ-ара диалог булдырыу һәм баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың башланғыстарын яраштырыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru