Новости
15 Октябрь 2022, 13:00

Башҡортостан артистары хәрбиҙәргә рух өҫтәй

Республика көнөндә улар хәрбиҙәр алдында сығыш яһаны.

Башҡортостан артистары хәрбиҙәргә рух өҫтәйБашҡортостан артистары хәрбиҙәргә рух өҫтәй
Башҡортостан артистары хәрбиҙәргә рух өҫтәй

Республика көнөндә Башҡортостандың артистарының агитбригадалары Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың хәрби әҙерлек урындарында сығыш яһаны.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, концерттар Ҡазан, Пенза, Һарытау, Елань һәм Вольск ҡалаларында ойошторолдо. Агитбригадаларға республика, ҡала һәм район мәҙәниәт учреждениеларының хеҙмәткәрҙәре, популяр артистар Рәмил Баҙамшин, Азат Биксурин, Алена Завьялова, Тимур Рамаҙанов, Карина Низамова, Эдуард Хөснөтдинов, "Zainetdin” һәм "Дәрүишхан" төркөмдәре ингән.

"Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының төп мәҙәни әхлаҡи-рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса эше хәҙер айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҙәниәт һәр ҡатмарлы заманда ла рухты нығытҡан һәм кешеләрҙе батырлыҡҡа илһамландырған", - тине министр.

 

 

Фото: bashinform.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас