Новости
14 Октябрь 2022, 11:00

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорай

РФ Мәғариф министрлығы ил хөкүмәтенә уҡытыусыларҙы өлөшләтә мобилизациянан кисектереп тороу тураһында үтенес ҡағыҙын юлланы. Бының турала ведомство министры урынбаҫары Андрей Корнеевҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорайРәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорай
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорай

Аныҡлап әйткәндә, өлөшләтә мобилизация талаптарына тап килгән бөтә уҡытыусылар тураһында һүҙ бара.

«Хөкүмәткә тейешлесә үтенес ҡағыҙын ебәрҙек, хәҙер уның ҡарарын көтәбеҙ һәм быны бар яҡтан таратасаҡбыҙ», - тип ТАСС Корнеевтың әйткәнен килтерә.

 

 

Ләйсан Закирова

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-14/r-s-y-e-m-arif-ministrly-y-u-ytyusylar-y-mobilizatsiyalama-a-oray-2989281

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас