Новости
13 Октябрь 2022, 12:00

Әбйәлил районында аттар өйөрө аварияға сәбәпсе булған

Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн Ҡужан ауылы янында булған. «Лада Ларгус» менән «Лада Гранта» бәрелешкән тип хәбәр итә республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте. «Ларгус» водителе, юлға ҡапыл аттар килеп сыҡты, боролоп йәки туҡтап өлгөрмәнем, тигән.

Әбйәлил районында аттар өйөрө аварияға сәбәпсе булғанӘбйәлил районында аттар өйөрө аварияға сәбәпсе булған
Әбйәлил районында аттар өйөрө аварияға сәбәпсе булған

«Аттар өйөрө үҙ иркендә юлда йөрөгән булған. Авария һөҙөмтәһендә йәрәхәт алыусылар юҡ. Автомобилдәр механик яҡтан зыян күргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү үткәрелә», - тип белдерҙе БР ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Линар Зиннуров.

 

Ләйсән Закирова

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас