Әле стационарҙарҙа 243 пациент дауалана, уларҙың 159-ҙы – 60 йәштән өлкән кешеләр. 13 ауырыу ауыр хәлдә, өсәүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. 3 881 кеше амбулатор дауалана, шул иҫәптән 1 152 өлкән пациент.
Тәүлек эсендә зарарланған өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 5 856 үлем осрағы теркәлгән (шул иҫәптән өлкәндәр араһында 4 917 үлем).
Һуңғы тәүлектә 369 кеше һауыҡҡан.
Дауахананан тыш пневмонияның тәүлек әйләнәһенә 14 осрағы теркәлгән. Пневмония менән булған 16 пациент өйөнә ҡайтарылған.
Әле Башҡортостанда вакциналауҙы тулыһынса 3 143 466 кеше үткән, һуңғы тәүлектә был процедураны 9 361 кеше яһатҡан. Ревакцинация үтеүселәр һаны - 900 551 кеше.
Эдуард Ҡусҡарбәков