

Янғын сәғәт 1-се киткәндә Заречная урамындағы бер ҡатлы бүрәнә йортта сыҡҡан. Йортта әсә кешенең туғыҙ балаһы менән йәшәүе билдәле.
Янғын ваҡытында бинала биш кеше булған. 13 йәшлек ҡыҙыҡай утты күреп ҡала һәм бар туғандарын ваҡытында сығарып өлгөрә. Әле ике бала дауаханала, һәләк булғандар юҡ.
«Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана, янғын һүндерең лабораторияһы эксперты һәм башҡа белгестәр эшләй. Балаларҙы урындаштырыу һорауын хәл ителә », - тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Иван Вавилов
Фото: МЧС