Новости
11 Октябрь 2022, 14:00

Шайморатов һәйкәле шундай мөһабәт!

Радий Хәбиров: "Бында балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә Ватан тарихы тураһында һөйләрбеҙ, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләрбеҙ". 

Шайморатов һәйкәле шундай мөһабәт!Шайморатов һәйкәле шундай мөһабәт!
Шайморатов һәйкәле шундай мөһабәт!

Башҡортостан Республикаһы көнөндә төп сараларҙың береһе Өфөнөң Совет майҙанында булды. Бында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды.

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Рәхим улы Әбдрәшитов, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин, Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Рәсәй Оборона министрлығының генераль инспекторы Валерий Баранов, билдәле скульптор, педагог, профессор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков һәм башҡа ҡунаҡтар, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы сығышында бөгөн республикала мөһим тарихи ваҡиға булыуын – Ватан һаҡсыһы булған яҡташтарыбыҙҙың батырлығына тейешле баһа күрһәтебеҙҙе билдәләне.

– Был мөһабәт монумент менән легендаға, ғорурлыҡҡа, халҡыбыҙҙың күңеленә, батырлыҡ символына – генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Ил Президенты Владимир Владимирович Путинға дивизия командирына Рәсәй Геройы исемен биреп, тарихи ғәҙеллекте тергеҙгәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Шайморатовҡа һәйкәл, Саур-ҡәберлектә тергеҙелгән Мемориаль комплекс, Совет һалдатына бағышланған Ржев мемориалы... Улар барыһы ла тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм яҡлау буйынса эшләнгән эштең бер өлөшө.

Барлыҡ Башҡортостан халҡы исеменән һәйкәл авторы, билдәле Рәсәй скульпторы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Салауат Александрович Щербаковҡа рәхмәт белдерәм. Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле Салауат Александрович! Һеҙ Ватан һаҡсыларының төрлө быуындарының хәрби данын берҙәм ҡушып, Башҡортостан батырҙарына пантеон булдырҙығыҙ.

Һәйкәл нигеҙендә – дивизия командиры һәләк булған урындан килтерелгән ер, уны ҡиммәтле әйбер кеүек һаҡлап, тыуған төйәгебеҙгә алып ҡайттыҡ. Генерал Шайморатов тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлаған Донбасс халҡына рәхмәт белдерәбеҙ.

Бында килгән һайын мәңгелеккә киткән батырҙар алдында баш эйәсәкбеҙ. Уларҙың ҡаһарманлығын бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Бында балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә Ватан тарихы тураһында һөйләйәсәкбеҙ, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләйәсәкбеҙ, – тине сығышында Радий Хәбиров.

Сарала ҡатнашыусылар бер минут тын ҡалып, һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алды.

“Бөгөн бында беҙҙең менән – Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекмәндәр батальондарының яраланғандан һуң реабилитация үткән яугирҙәре. Беҙҙең егеттәр һауыҡҡандан һуң яңынан алғы һыҙыҡҡа китә. Әле хәрби бурысын лайыҡлы үтәгән яҡташтарыбыҙға барлыҡ Башҡортостан халҡынан ҡайнар сәләмебеҙҙе еткерәбеҙ һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Ватанды яҡларға батырҙарса баҫасаҡбыҙ. Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов кеүек. Рәсәй Геройҙары өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин, өлкән лейтенант Максим Серафимов, прапорщик Тамерлан Илһамов кеүек. Шулар ише миллионлаған тоғро улдары кеүек! Ватан һаҡсыларына мәңгелек дан! Уның һәләк булған һаҡсыларына мәңгелек дан!” – тине Радий Фәрит улы.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ҡуйылды.

Яңы ҡалҡҡан һәйкәл Рәсәйҙәң халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтың бергә ижад иткән проектына ярашлы эшләнгән монументаль ансамблеяһының мәғәнәүи үҙәге булып тора.

Постаментты ике яҡтан уратҡан колоннада хәүеф, дошман янағанда халыҡтың берләшеүен сағылдыра, барлыҡ ансамблгә тантаналыҡ һәм мөһабәтлек бирә.

Скульптор Миңлеғәле Шайморатовтың кавалерия дивизияһын яуға күтәргән сағындағы торошон сағылдырған. Уның аша башҡорт халҡының бөтә ҡаһарманлығы күрһәтелгән. Постамент фасадында геральдик ҡалҡан ҡуйылған, шунда уҡ Рәсәй Геройының Алтын йондоҙо ла урын алған. Ҡалҡанда: "Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатҡа" тип яҙылған.

Бына шундай мөһабәт һәйкәл асылды бөгөн Өфөлә. Уның баш ҡалабыҙға килгән һәр кеше өсөн яратҡан урынға әйләнеренә шигебеҙ юҡ.

 

 

Валерий Шахов фотоһы.

Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-11/shaymoratov-yk-le-shunday-m-ab-t-2985229

Шайморатов һәйкәле шундай мөһабәт!
Шайморатов һәйкәле шундай мөһабәт!
Шайморатов һәйкәле шундай мөһабәт!
Шайморатов һәйкәле шундай мөһабәт!
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас