Новости
10 Октябрь 2022, 14:00

«Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша» — хәрби комиссар Юрий Алферов

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Честно говоря» тапшырыуында Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссары Юрий Алферов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша.

«Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша» — хәрби комиссар Юрий Алферов«Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша» — хәрби комиссар Юрий Алферов
«Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация этабы аҙағына яҡынлаша» — хәрби комиссар Юрий Алферов

Уның һүҙҙәренсә, республикала Рәсәй Оборона министрлығының хәрби частарҙы комплектлау буйынса ҡуйған бурыстарының байтаҡ өлөшө үтәлгән дә инде.

«Барыһы ла планға ярашлы бара, даими урынлашҡан урындарҙан частар хәрби әҙерлек полигондарына сығарыла башлай, ә уларҙың урынын яңынан комплектлау өсөн саҡырылғандар биләй», — тип билдәләне Юрий Алферов.

 

Иван Вавилов

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-10/bash-ortostanda-l-shl-t-mobilizatsiya-etaby-a-a-yna-ya-ynlasha-h-rbi-komissar-yuriy-alferov-2983509

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас