Новости
6 Октябрь 2022, 06:00

Республикала йәнә 17 градусҡаса йылыта

Бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында 17 градусҡаса йылыта, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Республикала йәнә 17 градусҡаса йылытаРеспубликала йәнә 17 градусҡаса йылыта
Республикала йәнә 17 градусҡаса йылыта

Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, 6 октябрҙә республикала болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр. Һауа температураһы көндөҙ +9, +14 градус, көньяҡ-көнсығышта +17 градусҡа етеүе ихтимал.

Алдағы ике көндә республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус була. Көндөҙ һауа +7, +12 градусҡаса йылына.

 
 
 
Галина Бахшиева
Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас