Новости
5 Октябрь 2022, 06:00

Рәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ башлана

Рәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ноябрҙә, йәғни ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ башлана, ә срочниктарҙың демобилизацияһы октябрь-декабрь айҙарында уҙғарыла. Был хаҡта Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу ведомствоның селектор кәңәшмәһе барышында белдерҙе, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы.

Рәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ башланаРәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ башлана
Рәсәйҙә быйыл көҙгө саҡырылыш ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ башлана

Быйыл 120 мең, йәғни былтырғыға ҡарағанда 7,5 меңгә аҙыраҡ кешене саҡырыу планлаштырыла.

«Саҡырылышты сифатлы итеп үткәреү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Хәрби комиссариаттар медицина милке, шул иҫәптән шәхси һаҡланыу саралары һәм коронавирус инфекцияһын асыҡлау өсөн тест-системалар менән тулыһынса тәьмин ителгән», ‒ тине Сергей Шойгу.

 
 
Эдуард Ҡусҡарбәков
 
 
Айгөл Хәйбуллина фотоһы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас