Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2022, 18:00

Радий Хәбиров балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен байрамдары менән ҡотланы

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Стәрлетамаҡта йәшәгән уҡытыусылар ғаиләһе менән таныштырҙы.

Радий Хәбиров балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен байрамдары менән ҡотланы
Радий Хәбиров балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен байрамдары менән ҡотланы

«Надежда Александровна Гуленина – 30 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған тәрбиәсе, «Дубравушка» 88-се балалар баҡсаһында эшләй. Балалар уны бик ярата. Ҡыҙы Наталья Валентиновна ла әсәһенә оҡшаған. Шундай уҡ сағыу тәрбиәсе, ләкин Стәрлетамаҡтың 69-сы балалар баҡсаһында. 2020 йылда ул «Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында иң яҡшы педагог» республика конкурсында абсолют еңеүсе булды. 2021 йылда  – «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты»,  – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Надежда Гуленинаны һәм уның ҡыҙы Натальяны, шулай уҡ бөтә тәрбиәселәрҙе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

«Иғтибарлы һәм сабыр булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Бәхет, һаулыҡ, барлыҡ башланғыстарҙа уңыштар теләйем», – тигән теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

 
 
Азат Ғиззәтуллин
 
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
 
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: