Ведомство мәғлүмәте буйынса, ауырыу йоҡтороуҙың 826 яңы осрағы асыҡланған. Бөтәһе 311 374 пациентта ошо диагноз раҫланған. Һуңғы тәүлектә 19 кешелә дауахананан тыш пневмония табылған. Республикала 4 168 кеше — амбулатор шарттарҙа, 296-һы стационарҙа дауалана.
Бер тәүлектә 10 355 кеше коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан. Ә 3 057 890 яҡташыбыҙ вакцинаның ике компонентын да алған.
Ләйсән Закирова