Новости
19 Сентябрь 2022, 07:30

Республикала алдағы өс көндә 27 градусҡаса йылыта

Башҡортостанда алдағы өс көндә йылы һәм ямғырлы була. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 19 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ-көнбайышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, айырым райондарҙа йәшен.

Республикала алдағы өс көндә 27 градусҡаса йылытаРеспубликала алдағы өс көндә 27 градусҡаса йылыта
Республикала алдағы өс көндә 27 градусҡаса йылыта

Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +22, +27 градус.

20 һәм 21 сентябрҙә яуым-төшөмһөҙ, республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын. Төндә +10, +15, урыны менән +5, көндөҙ +20, +25 градус була.

 
 
Дарья Субботина
 
 
Наил Рәжәпов фотоһы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас