Ул йома көндө эш сәфәре барышында ошо белем усағында булғанын да әйтте.
«Төҙөүселәрҙең бөтә эштәрҙе сифатлы башҡарғаны, сифатлы материалдар ҡулланғаны күренеп тора. Йыһаздар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Мәктәп балаларҙы ҡабул итергә әҙер», — тине республика етәксеһе.
18,3 мең квадрат метр майҙанлы дүрт ҡатлы мәктәптә тамашалар залы, ашхана, ике спорт залы, табип бүлмәһе, процедуралар, прививка яһау һәм стоматология кабинеттары, мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн пандустар, лифт бар.
Мәктәп Башҡортостанда иң ҙурҙарының береһе булыр тип көтөлә.