Бөгөнгә республикала 228 кеше коронавирус инфекцияһы диагнозы менән дауаханаға һалынған, уларҙың һигеҙе — ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Ә 2 814 сирле өйҙә дауалана.
Стационарҙа һәм амбулатор шарттарҙа тейешенсә дауаланған 697 кеше һауығып сыҡҡан.
Хәҙерге көндә 2,998 миллион кеше өсөн вакцинация тулыһынса тамамланған. Уҙған тәүлектә генә 13,1 мең самаһы кеше прививка яһатҡан, 846,5 меңдән ашыу кеше иһә ҡабаттан вакцина эшләткән.
Башинформ