

"Тылсымлы һүҙ" барышында Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғатҡа һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская ҡатнашлығында «2022 йылда балалар киң мәғлүмәт сараларына дәүләт ярҙамы» түңәрәк өҫтәле уҙҙы.
Фестивалгә бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы балалар баҫмалары йыйылды.
"Аҡбуҙат" журналы "Тылсымлы һүҙ" Бөтә Рәсәй конкурсының бер юлы ике махсус номинацияһында еңеү яуланы.
Светлана Дзюбинская "Иң яҡшы художестволы ҡарары" һәм "Эшкә тоғролоҡ һәм йылдың иң яҡшы социаль акцияһы" өсөн "Аҡбуҙат"тың баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға Дипломдар тапшырҙы.