Новости
9 Сентябрь 2022, 11:00

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡырау һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртә

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана.  

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡырау һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡырау һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡырау һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртә

Башҡортостанда урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, төндә аяҙытҡанда -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +2, +7, аяҙытҡанда -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшә, көндөҙ +9, +14 градус. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Өфөлә лә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +5, +7, көндөҙ +12, +14 градус була.

 

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас