Быйыл уҡыусылар туғыҙынсыға күсә. Гимназия етәкселеге аныҡ фәндәргә баҫым яһарға хәл иткән. Алгебра һәм физика дәрестәре күберәк, робот техникаһы һәм техник инглиз теле сәғәттәре өҫтәлгән.
«Йәш шайморатовсыларҙың буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ошо класты асҡанда, маҡсатыбыҙ кадеттарҙы ҡабатламау ине. Беҙ уларҙы илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың техник элитаһы иҫәбендә күрергә теләйбеҙ», – ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов.
Уҡытыусы фекеренсә, башҡорт дивизияһы командиры исемендәге класс республикабыҙ райондарынан килгән балаларға үҙ потенциалын асырға мөмкинлек бирә.
«Миңлеғәле Шайморатов төпкөлдән сыҡҡан, ныҡ белемле булған. Бер нисә тел белгән. Беҙҙә лә күпселек уҡыусылар – ауыл еренән. Генерал-майор уларға өлгө булып торһон ине: ҡайҙа тыуып үҫкәнең мөһим түгел, төпкөлдән булһаң да, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ менән юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алаһың», – тип иҫәпләй Азамат Шәмсетдинов.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 1 сентябрҙән Башҡортостанда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 78 класс асыла. Белорет лицей-интернатында һәм Сибай гимназия-интернатында махсус кластар ойошторолдо. Уҡыусыларҙы шайморатовсылар рәтенә бағышлау тантанаһы 11 октябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында уҙа.
Ләйсән Закирова