Новости
27 Август 2022, 04:00

Башҡортостанда урып-йыйыу кампанияһы «экватор»ға еткән

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына бүленгән майҙандарҙың яртыһынан ашыуында ашлыҡ урып йыйылған, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанда урып-йыйыу кампанияһы «экватор»ға еткәнБашҡортостанда урып-йыйыу кампанияһы «экватор»ға еткән
Башҡортостанда урып-йыйыу кампанияһы «экватор»ға еткән

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республикала 900 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған,шуның 882 мең гектарҙан ашыуы һуғылған.

«Гектарынан уртаса уңыш 29,7 центнер менән 2,621 миллион тонна ашлыҡ һуғылған. Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез, Ауырғазы һәм Дәүләкән райондары игенде тулайым йыйыу буйынса 100 меңлек сикте үткән», — тип белдерҙеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Бер уҡ ваҡытта Башҡортостанда ужым культураларын йыйып алыу тамамланып килә. Әлеге ваҡытта 247 мең гектарҙа сабылған, йәғни планға ҡарата яҡынса 95 процент. Шуның 244 мең гектарҙан ашыуы һуғылған.

Гектарынан уртаса уңыш 31,7 центнер менән 774 мең тоннанан күберәк ашлыҡ һуғылған. Ужым иген культураларын тулайым йыйыу буйынса Дәүләкән, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондары хужалыҡтары алдынғы урындарҙа.

 
 
Галина Бахшиева
 
Фото:Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
 
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас