

«КП-Пермь» баҫмаһы мәрхүмдәрҙең туғандарына һылтанып яҙыуынса, уларҙың йәнһеҙ кәүҙәһен бер ҡасабала тапҡандар.
«Тәфтишселәр шылтыратып, уларҙың ниндәйҙер ҡасабала үлгән килеш табылғанын әйтте. Үлтергәндәр, тинеләр, ауыр енәйәт, енәйәтсене тотҡандар, башҡа бер нәмә лә белмәйем», — тип туғанының һүҙҙәрен килтерә баҫма.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Ишембайҙа йәшәгән 45 йәшлек ҡатын 5 йәшлек ҡыҙы менән Пермдә ҡунаҡта булған. 17 августан 18-енә ҡарай төндә улар Дзержинский районы Ветлуга урамындағы йорттан сығып киткән һәм хәбәрһеҙ юғалған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар әсәнең һәм баланың үлем сәбәптәрен асыҡлай. Пермь крайы буйынса Тәфтиш комитетынан рәсми комментарийҙар әлегә юҡ.