Новости
24 Август 2022, 04:30

Заманса ҡорамал – хирургтарҙың “уң ҡулы”

Оло трассаларҙа  юл-транспорт ваҡиғалары булғылауы мәғлүм, шуға күрә бәләгә тарыусы пассажирҙарға хирургик ярҙам күрһәтеү буйынса махсус травматология бүлеге эшләп килә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Бүздәк үҙәк район дауаханаһына заманса томограф алынды. Тәүге пациенттар яңы ҡорамалдың уңайлыҡтарынан  файҙалана башлаған да инде. Бынан тыш бинаға капиталь ремонт  та үткәрелгән. Табип-рентгенологтар заманса яңы технологияларҙы үҙләштереү  өсөн махсус белем алған.

 Район биләмәһенән федераль М5, республика әһәмиәтендәге Стәрлетамаҡ-Бүздәк-Дүртөйлө трассалары үтә. Йыш ҡына оло юлдарҙа  юл-транспорт ваҡиғалары булғылай, шуға күрә бәләгә тарыусыларға хирургик ярҙам күрһәтеү буйынса махсус травматология бүлеге эшләп килә. Компьютер томографияһы ярҙамында йәрәхәттәрҙе, һөйәк системаһын 3Д форматында күреү мөмкинлеге бар. Онкология сирҙәрен иртә стадияла  диагностикаларға, ҡан тамырҙарын контраст ысул менән тикшерергә, инсульт үткәреүселәргә ике сәғәт ваҡыт арауығында ярҙам күрһәтеп өлгөрөргә, йәшәү сифатын күтәрергә мөмкин.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас