

Эш Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә алып барылды.
Үҙгәрештәр уҡыу ваҡытына һәм урта дөйөм белем алыуға ҡарата талаптарға ҡағылды. Әйтәйек, туғыҙынсы кластан һуң колледжға уҡырға ингәндәр хәҙер «Дауалау эше» белгеслеге сиктәрендә дүрт йыл эсендә фельдшер квалификацияһын үҙләштерергә мөмкин. Элек ун беренсе тамамлағандарҙың ғына ошондай мөмкинлеге бар ине.
Кайбер ФГОС-тар яңы дөйөм профессиональ дисциплиналар менән тулыландырылған. Мәҫәлән, «Лаборатория диагностикаһы» белгеслеге «Медицина генетикаһы нигеҙҙәре булған кеше генетикаһы»дисциплинаһын үҙләштерергә мөмкинлек бирә.
Бынан тыш, барлыҡ белем биреү программаларында заман ысынбарлығын иҫәпкә алып, медицина мәғлүмәт системаларын өйрәнеү һәм алған белемде, оҫталыҡты ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге ҡаралған.