Новости
23 Август 2022, 12:00

Яҡташтарыбыҙ ситтә ҡурҡыныс аварияға эләккән

Өс кеше урында һәләк булған, алты кеше ауыр хәлдә...

Яҡташтарыбыҙ ситтә ҡурҡыныс аварияға эләккәнЯҡташтарыбыҙ ситтә ҡурҡыныс аварияға эләккән
Яҡташтарыбыҙ ситтә ҡурҡыныс аварияға эләккән

Кисә Волгоград өлкәһендә трассала ҡурҡыныс авария булған. Сызрань – Һарытау – Волгоград автомобиль юлының 468-се километрында Ssang Yong, „Лада Ларгус“ еңел машиналары һәм Setra автобусы төкөшә. Фотоларҙан уҡ күренеүенсә, бәрелеш ныҡ көслө була.

Һөҙөмтә насар, “Лада Ларгус”та ултырған өс кеше – водитель һәм ике пассажир ҡатын урында һәләк булған. Ошо уҡ машинанан өс бала һәм тағы бер пассажир ҡатын ауыр йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ Ssang Yong автомобилендәге ике кеше дауаханаға оҙатылған.

Балаларҙың бәләкәй булыуы билдәле – икәүһенә өсәр йәш, береһенә – туғыҙ. Уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

Урындағы матбуғат баҫмалары хәбәр итеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһына Волгоград аша китеп барған Өфө һәм Екатеринбург кешеләренең автомобилдәре эләккән. Әле аварияның сәбәптәрен асыҡлайҙар.

 

 

Фото:ГТРК - Волгоград ТРВ

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас