

Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында Үзбәкстандың иҫтәлекле урындары менән һоҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
«Үзбәкстан иҫ киткес матур. Бында баш ҡала — Ташкент тормошон, Сәмәрҡәнд, Бохара һәм Хиуа кеүек туристик ынйыларҙы, Фирғәнә үҙәнен, атап әйткәндә, Наманганды ҡарап йөрөргә мөмкин (әлеге ваҡытта бында инвесторҙар менән осрашабыҙ). Мәҫәлән, Наманган өлкәһендә генә 27 тарихи объект һәм изге урын бар. Мәҙрәсә, мәсеттәр, кәшәнәләр... Бәрәкәтле ер, бигерәк тә яҙғыһын һәм көҙгөһөн, емеш-еләк һәм йәшелсәләр күп булған осорҙа. Мин Башҡортостан туристарының да ошо ил менән танышыуын теләр инем», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башинформ
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре