Новости
19 Август 2022, 11:42

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирустан үлем осраҡтары теркәлмәгән

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирустан вафат булыу осраҡтары теркәлмәгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә республикала 224 кеше инфекция йоҡторған, 195 пациент стационарҙа дауалана, 9-ы ауыр хәлдә, ә берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда мәкерле сир 5784 ғүмерҙе ҡыйған, күпселеге — 60 һәм унан өлкәнерәк йәштә.

 

Башинформ

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-08-19/respublikala-u-y-t-lekt-koronavirustan-lem-osra-tary-terk-lm-g-n-2916050

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас