Новости
19 Август 2022, 11:41

Башҡортостандың ЮХХДИ иҫерек водителдәргә «һунар» иғлан итте

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы 19 һәм 20 августа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау өсөн рейдтар уҙғара.

Республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, полиция айырыуса иҫерек водителдәргә һәм балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүгә иғтибарҙы арттыра.

Тикшереүҙәр юлдарҙың хәүефле участкаларында һәм халыҡ күп йыйылған урындарҙа ойошторола.

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас