Новости
18 Август 2022, 06:00

Роспотребнадзор COVID-19 менән сирләү осраҡтары артҡан төбәктәрҙә битлек режимын индерергә ҡушты

Роспотребнадзор COVID-19 нығыраҡ таралған төбәктәрҙә битлек режимын индерергә саҡырҙы. 16 августа ведомство сайтында эпидемияға ҡаршы саралар буйынса яңы тәҡдимдәр баҫылған.

Роспотребнадзор COVID-19 менән сирләү осраҡтары артҡан төбәктәрҙә битлек режимын индерергә ҡуштыРоспотребнадзор COVID-19 менән сирләү осраҡтары артҡан төбәктәрҙә битлек режимын индерергә ҡушты
Роспотребнадзор COVID-19 менән сирләү осраҡтары артҡан төбәктәрҙә битлек режимын индерергә ҡушты

«Яңы осраҡтарҙың аҙналыҡ күрһәткесе 100 мең кешегә 50-нән артҡан төбәктәрҙә йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәрәк», — тиелә белдереүҙә.

Тәҡдимдәр яҙылған хат Роспотребнадзорҙың территориаль органдарына һәм  ойошмаларына ебәрелгән. Ведомство етәксеһе Анна Попова субъекттарҙың башҡарма власть органдары менән тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.

 

Башинформ

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-08-17/rospotrebnadzor-covid-19-men-n-sirl-osra-tary-art-an-t-b-kt-r-bitlek-rezhimyn-indererg-ushty-2912260

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас