Новости
18 Августа 2022, 15:00

Быйыл Башҡортостанда тағы 10 газ ҡойоу станцияһы эшләй башлай

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә республикабыҙҙа газ ҡойоу инфраструктураһын үҫтереү буйынса партнер – «ГазРесурс» компанияһын ойоштороусының газ заправкаһында булды.

Быйыл Башҡортостанда тағы 10 газ ҡойоу станцияһы эшләй башлайБыйыл Башҡортостанда тағы 10 газ ҡойоу станцияһы эшләй башлай
Быйыл Башҡортостанда тағы 10 газ ҡойоу станцияһы эшләй башлай

Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙенең тәьҫораттары һәм пландары менән уртаҡлашты.

«Бында ошондай 200-ҙән ашыу станция бар, бөтәһендә лә заправка өсөн постар күп. Мин 32 пост күрҙем. Бындай маҡсатҡа ирешеү өсөн беҙгә байтаҡ эштәр башҡарырға кәрәк, шуға ынтылырбыҙ. Был тема беҙҙең өсөн бик мөһим. Газ-мотор яғыулығы экологик яҡтан да отошло, шуға күрә республика инфраструктураны үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Әле беҙҙә 41 автомобилгә газ ҡойоу компрессор станцияһы эшләй, быйыл тағы 10 асыла», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

«ГазРесурс»тың  Башҡортостанда алты станцияһы бар, Благовещенда инвестор заправка станциялары һәм транспорт өсөн газ баллондары етештереү заводын проектлай. Киләһе йылдан Стәрлетамаҡ районында шыйыҡландырылған тәбиғи газ етештереү заводы эшләй башлай. Киләсәктә газ-моторлы техниканы хеҙмәтләндереү буйынса ҙур сервис үҙәген асыу күҙаллана.

«Газ заправкалары селтәрен үҫтереү йәһәтенән пландарыбыҙ ҙур. Инвесторҙар өсөн отошло шарттар булдырылған. Автомобилгә газ ҡойоу станцияларында кәмендә 4 заправка посы булһа, дәүләт 36 миллион һум күләмендә субсидия бирә, шуның 12% республиканан бүленә», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль кимәлдә лә граждандарҙы һәм бизнесты газ-мотор яғыулығына күсереү өсөн стимул булдырыла. Уларға тотонолған сығымдарҙың яртыһын тиерлек ҡаплана.

 
 
Роман Якимчук
 
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
 
Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас