Новости
16 Август 2022, 04:30

IT-белгестәренән кадрҙар резервы туплана

Резервтағылар власть органдарына һәм бюджет ойошмаларына эшкә урынлаша ала.

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың IT-белгестәре һанлы трансформацияның юғары квалификациялы етәкселәре һәм белгестәренең кадрҙар резервына инеү мөмкинлегенә эйә. Резервты дәүләт секторында һанлы трансформация командаларын үҫтереү маҡсатында Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы туплай.

– Һанлы үҙгәрештәр – милли маҡсаттарҙың береһе, ул “Һанлы иҡтисад” федераль программаһында нығытылған. Һанлы трансформация иҡтисад, социаль өлкә тармаҡтарын һәм дәүләткә идара итеүҙе үҫтереүгә йүнәлтелә. IT-профессионалдарҙың кадрҙар резервын туплау, һис шикһеҙ, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ярҙамсы алым буласаҡ, – тине Башҡортостандағы дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Мәғлүм булыуынса, был федераль программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) бер өлөшөн тәшкил итә һәм уның маҡсаттарына, бурыстарына яуап бирә.

Кадрҙар резервына ингәндәргә һанлы үҙгәрештәр өлкәһендә өҙлөкһөҙ камиллашыу мөмкинлеге бирелә, компетенциялар паспорты тапшырыла. Улар һанлы трансформация проекттарын ғәмәлгә ашырған власть органдарына һәм бюджет ойошмаларына эшкә урынлаша аласаҡ.

Кадрҙар резервы Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығының Рекрут үҙәге майҙансығында ойошторолған. Резервҡа инеү һәм ағзалыҡ өсөн хаҡ түләтелмәй. Унда министрлыҡ ярҙамы менән төҙөлгән махсус платформала теркәлергә була.

 

 

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-08-15/it-belgest-ren-n-kadr-ar-rezervy-tuplana-2909926

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас