Новости
15 Август 2022, 13:30

Бүздәк районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы

Бүздәк районы Сабанай ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттан.

Район үҙәгенән 26 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Сабанай фельдшер-акушерлыҡ пункты 120-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың унауһы — балалар.

Яңы ФАП-ты асыу тантанаһында Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айрат Хәзиев та ҡатнашты.

«Ошо фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, сирҙәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ халыҡты диспансерлаштырыу менән дә шөғөлләнергә мөмкинлек бирер тип ышанам. Сабанайҙарға ныҡлы һаулыҡ теләйем, ә беҙ уны һаҡлау өсөн шарттар булдырырға тырыштыҡ», — тип билдәләне Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Игдиев.

Бүздәк районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Сабанайҙа 1992 йылда төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты авария хәлендә булған. Хәҙер бында халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өсөн бөтә тейешле шарттар ҙабар.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй ӨфөКушнаренко һәм Ауырғазы райондарында ла ошондай фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас