Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2022, 17:00

Республикала баҡсасыларға урамда һатыу итеү өсөн 4000-гә яҡын урын булдырылған

Республикала өй яны һәм баҡса участкаларында үҫтерелгән продукцияны һатыу өсөн 3 767 ышыҡ урын булдырылған. Һатыу иткән өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй.  

Республикала баҡсасыларға урамда һатыу итеү өсөн 4000-гә яҡын урын булдырылған
Республикала баҡсасыларға урамда һатыу итеү өсөн 4000-гә яҡын урын булдырылған

«Әле беҙҙә 300-ҙән ашыу майҙансыҡта халыҡҡа уңайлы булһын өсөн өҫтәлдәр ҡуйылған, унда продукцияны теҙергә, ҡояштан йәшенергә мөмкин. Майҙансыҡтар граждандарға үҙ баҡсаһында үҫтергән йәшелсәне, еләк-емеште һатыу өсөн бушлай бирелә», — тип хәбәр итте сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Иң күп сауҙа нөктәләре — Өфөлә (568 урынлыҡ 34 майҙансыҡ), Стәрлетамаҡта (1977 урынлыҡ 16 майҙансыҡ), шулай уҡ Бөрө районында (385 урынлыҡ 6 майҙансыҡ).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһеРадий Хәбиров баҡсасыларҙың беренсе форумында шәхси хужалыҡта үҫтерелгән продукцияны һатыу өсөн уңайлы урындар булдырырға ҡушҡайны.

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: