Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2022, 18:00

Өфөлә «Апимир» халыҡ-ара умартасылыҡ форумы күсерелде

8-10 сентябрҙә Өфөлә үтергә тейешле «Апимир» халыҡ-ара умартасылыҡ форумы күсерелде.

Өфөлә «Апимир» халыҡ-ара умартасылыҡ форумы күсерелде
Өфөлә «Апимир» халыҡ-ара умартасылыҡ форумы күсерелде

Хәҙер сараны 2023 йылдың 7-10 сентябрендә үткәреү планлаштырыла. Был ҡарар республика хөкүмәте Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Апимир» сәйәси сәбәптәргә бәйле бөтөрөлгән «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының 47-се конгресына алмашҡа килде.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: