Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2022, 09:00

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры халыҡты коронавирустан вакцина яһатырға саҡырҙы

Яңы коронавирус ифекцияһына бәйле хәлдең тотороҡланыуына ҡарамаҫтан, көн һайын COVID-19 йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры халыҡты коронавирустан вакцина яһатырға саҡырҙы
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры халыҡты коронавирустан вакцина яһатырға саҡырҙы

Көҙгөһөн коронавирус менән ауырыусыларҙың артыуы миҙгелле сирҙәр һәм иммунитеттың ҡаҡшауы менән бәйле. Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн халыҡҡа прививка эшләтергә кәрәк, тип билдәләне министр. Вакцинация кешенең һаулығын һаҡлауҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы булып тора.

Республика поликлиникаларында вакцинация кабинеттары көн дә эшләй, тип белдерҙе Айрат Рәхмәтуллин.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: