Новости
8 Август 2022, 13:00

Башҡортостанда тәүлек эсендә 115 кешелә коронавирус асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 8 авгусҡа 115 кешелә ошо мәкерле сир табылған.

Әлеге ваҡытта республика стационарҙарында 148 кеше коронавирустан дауалана, уларҙың 96-һы – өлкән йәштә. Бер сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә 625 кеше, шул иҫәптән 60 йәште уҙған 163 пациент амбулатор шарттарҙа дауалана.

Тәүлек эсендә 60 кеше һауыҡҡан, үлем осраҡтары теркәлмәгән.

Тәүлек эсендә 11 дауахананан тыш пневмония асыҡланған, 9 сирле һауығып сыҡҡан.

Башҡортостанда ял көндәрендә 16 833 кеше прививка яһатҡан. Республикала 3 042 630 кеше (122,5 процент) вакцинаның беренсе компонентын яһатҡан, 2 815 836 кеше (113,3 процент) уны тулыһынса тамамлаған.

Ә 720 521кеше ҡабаттан прививка эшләткән.

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас