

Volkswagen Polo автомобиле, Ford Transit автобусы һәм Toyota Corolla ҡатнашлығындағы авария бөгөн иртәнге сәғәт 8 тирәһендә булған. Бәрелешкәндән һуң автобустың өс пассажиры, шулай уҡ «Поло» водителе дауаханаға оҙатылған.
Хәҙер урында ЮХХДИ һәм башҡа хеҙмәттәрҙең хеҙмәткәрҙәре эшләй, улар юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.
Башинформ
Фото:Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы