Новости
29 Июль 2022, 11:00

Радий Хәбиров Өфөнән Раевкаға «Ҡарлуғас» поезының йөрөй башлауын хәбәр итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө — Раевка маршруты буйынса «Ҡарлуғас» тиҙ йөрөшлө поезд маршрутының асылыуы тураһында хәбәр итте.

Радий Хәбиров Өфөнән Раевкаға «Ҡарлуғас» поезының йөрөй башлауын хәбәр иттеРадий Хәбиров Өфөнән Раевкаға «Ҡарлуғас» поезының йөрөй башлауын хәбәр итте
Радий Хәбиров Өфөнән Раевкаға «Ҡарлуғас» поезының йөрөй башлауын хәбәр итте

«Статистика буйынса, был халыҡ араһында популяр йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Юлға 1 сәғәт 40 минут ваҡыт китә. Димдә, Шишмәлә, Шиңгәккүлдә һәм Дәүләкәндә туҡтай. Өфөнән иртәнге сәғәт 10-сы 4 минутта, ә Раевканан киске 6-сы 3 минутта юлға сыға (урындағы ваҡыт). Составта биш вагон», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Тиҙҙән республиканың көнсығышына «Орлан» поезының яңы маршруты асыла, тип өҫтәне ул. Бынан тыш, 2022 йылдың декабренә ҡәҙәр бөтә йүнәлештәр буйынса Башҡортостанда икенсе пар электричка йөрөй башлай.

«Был бик уңайлы. Иртән эштәр буйынса ултырып китәһең, бараһы ереңә барғас, кис менән ҡайтаһың. Рәсәй тимер юлдары етәкселегенә берлектәге һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерәм, форсаттан файҙаланып, яҡынлашып килгән Тимер юлсылар көнө менән ҡотлайым. Барлыҡ пассажирҙарға — хәйерле юл. Беҙ тимер юл транспортында уңайлы, тиҙ һәм хәүефһеҙ булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ», — тине Радий Хәбиров.
 
 
 
Иван Вавилов
 
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
 
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас