Әлеге ваҡытта 96 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 67-һе – 60 йәштән өлкән. 20 пациент ауыр хәлдә, дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр. 300 кеше, шул иҫәптән оло йәштәге 90 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана.
Уҙған тәүлектә 45 кеше һауығып сыҡҡан, берәүһе йән биргән.
Тәүлек эсендә 13 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән, 17 пациент пневмонияны еңгән.
Бер тәүлектә Башҡортостанда 9 400 кеше прививка яһатҡан. Республикала бөтәһе 2 987 354 кеше коронавирус инфекцияһынан вакцинаның беренсе компонентын алған (120,2%), 2 789 680 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған (112,2%).