Новости
26 Июль 2022, 12:00

Башҡортостанда уңыш йыйыуға төштөләр

Ейәнсура районында «Баҫыу көнөндә» республикала уңыш йыйыуға символик старт бирҙеләр. Мәләүез районында – ужым арышы, Көйөргәҙелә ужым бойҙайы саба башланылар.

Башҡортостанда уңыш йыйыуға төштөләрБашҡортостанда уңыш йыйыуға төштөләр
Башҡортостанда уңыш йыйыуға төштөләр

Йәрмәкәй, Туймазы, Көйөргәҙе, Өфө райондарында иң иртә культураны – ужым шипкәнен һуғыуға тотонғандар. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

Аграрийҙарға 1,757 миллион гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алырға кәрәк. Шуның 262 мең гектары – ужым ашлығы, 1,495 миллион гектары – яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары. Бынан тыш, 435 631 гектар майҙандан – майлы культураларҙы, 44 320 гектарҙан – шәкәр сөгөлдөрөн, 3900 гектарҙан картуф һәм йәшелсә йыйып алыу бурысы тора.

«Фараздар һәйбәт. Әммә белгестәр һандар менән бик һаҡ. Былтырғы ҡоролоҡ барыһын да планлаштырыуға икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итте. Ләкин быйыл уңыш өлгөрөү осоронда һауа торошо ыңғай булды. Хатта ямғырҙың күп яуыуы ла ҡамасауламаны. Аграрийҙарға көс һәм яҡшы һауа торошо теләйем!», – тип билдәләне Хәбиров.
 
 
 
Роман Якимчук
 
 
Фото редакция архивынан
Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас