Новости
8 Июль 2022, 16:00

Республика халҡы «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарарға мөмкин

Башҡортостан юлдаш телеканалы «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа күрһәтә.

Республика халҡы «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарарға мөмкинРеспублика халҡы «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарарға мөмкин
Республика халҡы «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарарға мөмкин

9 июлдә Бөрйән районында халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу сиктәрендә «Шүлгәнташ» музей комплексын рәсми асыу тантанаһы була.

Ул данлыҡлы мәмерйәнән бер саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Музейҙы асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Бишенсе яртыла һәм етелә «Көнсығышҡа боролош» халыҡ-ара ғилми-технологик хеҙмәттәшлектең Евразия векторы» темаһына пленар ултырыш ойошторола, был көн төнгө 11-ҙә ҙур Симфония төнө менән тамамлана.

Эфир көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас