Новости
29 Июнь 2022, 10:30

Башҡортостанда коронавирус тағы бер кешенең ғүмерен ҡыйған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда бер кеше коронавирустан вафат булған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып бөтәһе 5738 кешенең( шул иҫәптән 60 йәшлек һәм унан өлкәнерәктәрҙең) ғүмере өҙөлгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, әле ковид йоҡторған 128 пациент — дауаханала, 388-е өйөндә дауалана.

Республикала 2 690 997 кеше (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 108,3%) тулыһынса вакцинацияланған, 627 меңгә яҡыны ҡабаттан прививка эшләткән. Ә 6043 бала «Спутник М» вакцинаһының икенсе компонентын алған.

 

Башинформ

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-06-28/bash-ortostanda-koronavirus-ta-y-ber-keshene-meren-yy-an-2856934

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас